Независимая оценка качества оказания услуг
75 лет Победы!
Поздравляем с праздником Великой победы!
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Наш репертуар
Сентябрь - октябрь 2019
Новости ⇒ ИЛФАК СМАКОВТЫҢ 75-ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН ТАМАША
ИЛФАК СМАКОВТЫҢ 75-ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН ТАМАША
Автор: Башкирская государственная филармония
Дата: 29.12.2015
29 ғинуар Илфак Смаков башҡарған йырҙар тулҡынында тибрәлеп, уның моңона сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
29 ғинуар “Беҙ ҡабыҙған уттар һүнмәһен” циклы сиктәрендә ИЛФАК СМАКОВТЫҢ 75-ЙЫЛЛЫҒЫНА АРНАЛҒАН ТАМАША көтөлә. Илфак Смаков үҙенә генә хас башҡарыу оҫталығына эйә булған легендар йырсы. Уның ижады милли сәнғәтебеҙҙә юйылмаҫлыҡ эҙ ҡалдырҙы һәм башҡорт эстрадаһы үҫешенә ҙур йоғонто яһаны .
Илфак Мөжип улы Смаков — башҡорт йырсыһы (баритон). Башҡорт АССР-ң халыҡ артисы, РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы. Илфак Мөжип улы 1940-сы йылдың 2-се ғинуарында Башҡорт АССР-ң Саҡмағош районы Рапат ауылында тыуған. 1963 йылда Өфө сәнғәт училищеһының вокал бүлеген тамамлаған (Миләүшә Ғәли ҡыҙы Мортазина классы).
1963—1991 йылдарҙа Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, актив концерт эшмәкәрлеге менән шөғөлләнә. Көслө, матур тауышлы. Йырсының башҡорт манераһы, хислеге һәм асыҡлығы менән айырылып тора. Смаковтың концерт репертуарында башҡорт композиторҙарының вокаль әҫәрҙәре, башҡорт һәм татар халыҡ йырҙары урын алған: "Еҙ ҡыңғырау моңдары", "Яҙҙар булһа", "Урап, урап,ҡарҙар күмә", "Сәскәләр уяныр", "Үҙ яғыма ҡайтһам", "Юҡҡа түгел" ...
Ҡатыны — Асия Смакова, йырсы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисткаһы.
Илфак Смаков үткән быуаттың 80-се йылдарының иң популяр йырсыларҙың береһе. РСФСР-ҙың атҡаҙанған артисы (1989), Башҡорт АССР-ң халыҡ артисы (1985), Башҡорт АССР-ң атҡаҙанған артисы (1978).
Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы үҙенең сәнғәт әһелдәрен онотмай. 29 ғинуар Илфак Смаков башҡарған йырҙар тулҡынында тибрәлеп, уның моңона сорналып ял итергә рәхим итегеҙ, дуҫтар!
Тамашаны филармонияның йәш талантлы режиссеры Илшат Ғәлимйәнов сәхнәләштерә.