Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123456
78910111213
14151617181920
21222324252627
282930

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

ОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ

для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях

75 лет Победы!

Поздравляем с праздником Великой победы!

Интернет-проекты

Спасибозавсе.рф

Абонементы

Наши абонементы

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь - октябрь 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

Новости“ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!”

Вернуться назад

“ЙОНДОҘҘАР ПАРАДЫ – БЕҘҘӘ!”

Автор: Башгосфилармония

Дата: 12.02.2019

«8 кистә 80 йондоҙло йыл» проекты сиктәрендә. Эстрада тарихы

   Башҡорт эстрадаһы тарихы филармониянан башлана. Республикабыҙҙың төп сәнғәт усағы – Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһынан бихисап профессиональ йырсылар, коллективтар үҫеп сыҡҡан. Улар араһында Фәриҙә Ҡудашева, Бәхти Ғайсин, Асия һәм Илфак Смаковтар, Мәғфирә һәм Наил Ғәлиевтар, «Ирәндек», «Йәдкәр», «Дуҫтар» төркөмдәре. Ә бөгөн был легендар йырсы-музыканттарҙың ижад юлын дауам итеүселәр кемдәр? Быларҙың барыһын да 2 март филармонияның Ҙур залында үтәсәк «Йондоҙҙар парады – беҙҙә!» тип исемләнгән ҙур концертта беләсәкбеҙ. Эстрадабыҙ тарихында тағы ла бер яҡты миҙгел булып ҡаласаҡ тамашаға рәхим итегеҙ, моң яратыусы дуҫтарыбыҙ!
   Концертта филармония ветерандары Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Редик Фәсхетдинов, Гөлзәмиә Ситдиҡова, Вәлит Илембәтов, Иҙрис Ғәзиев, Вәкил Мурзин, Фәнүнә Сиражетдинова, Гүзәл Мамина һәм легендар «Карауанһарай» төркөмө ҡатнаша. Шулай уҡ, бөгөн ялҡынлы ижад итеүсе сәхнә йондоҙҙары Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Рифат Шәрәфетдинов, Айгөл Һағынбаева, Дияна Ишниязова, Заһир Иҫәнсурин, Әлфиә Юлсурина, Римма Амангилдина, Лилиә Ишемйәрова, «Далан» (етәксеһе - Артур Туҡтағолов), «Карауан» (етәксеһе - Марсель Ҡотоев) төркөмдәре, «Көлкө-шоу» (етәксеһе - Фаяз Йәнтүрин) эстрада миниатюралары театры һәм башҡалар үҙҙәренең сығыштары менән биҙәйәсәк. 
   Тамашаның режиссеры - Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Сулпан Асҡарова.

Вернуться назад