Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

ОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ

для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях

75 лет Победы!

Поздравляем с праздником Великой победы!

Интернет-проекты

Спасибозавсе.рф

Абонементы

Наши абонементы

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь - октябрь 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиРӘҮИЛ БИКБАЕВҠА - 80 ЙӘШ!

Вернуться назад

РӘҮИЛ БИКБАЕВҠА - 80 ЙӘШ!

Автор: "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы"

Дата: 14.12.2018

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаев 80 йәшлек юбилейын билдәләне

   Хөсәйен Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһында Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рауил Бикбаевтың 80 йәшлек юбилейына арналған “Башҡортостан бында башлана!” тип аталған ижад кисәһе үтте.
    Арҙаҡлы милләттәшебеҙҙе тәбрикләргә илебеҙҙең төрлө төбәктәренән ҡунаҡтар йыйылған ине. Шағирға күркәм юбилейы айҡанлы Башҡортостан Башлығы хакимиәтенең ижтимағи-сәйәси үҫеш идаралығы начальнигы Урал Килсенбаев , Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Рөстәм Ишмөхәмәтов, Өфө ҡалаһы вице-мэры Алина Сөләймәнова һәм башҡа ҡунаҡтар бик йылы ҡотлау һүҙҙәрен һәм бүләктәрен еткерҙе.
   “Әҙәбиәтебеҙҙең алтын бағанаһы булған Рауил Бикбаев ҡасандыр Шәйехзада Бабичты халҡына ҡайтарыу өсөн ҙур көс һалды. Ул һәр ваҡыт арымай-талмай халҡыбыҙға, әҙәбиәтебеҙгә, телебеҙгә хеҙмәт итте. Бөгөн дә үҙ асылына тоғро. Әлбиттә, беҙ шундай шәхестәребеҙҙең күберәк булыуын теләр инек, әммә улар бармаҡ менән генә һанарлыҡ. Шуға ла беҙ Бикбайлы булыуыбыҙ менән ихлас ғорурланабыҙ”, - тине сығышында Башҡортостан Яҙыусылар союзы рәйесе, Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай депутаты Зәки Әлибаев бер төркөм ҡәләмдәштәре менән әҙипте тәбрикләгәндә.
   Рауил Бикбаевты юбилейы менән Рәсәй Яҙыусылар союзы идараһының 1-се секретары, шағир Геннадий Иванов, Татарстандың халыҡ шағиры Роберт Миңнуллин, Татарстандың халыҡ яҙыусыһы Гәрәй Рәхим дә ихлас ҡотланы. Ә Татарстан Яҙыусылар союзы рәйесе Данил Сәлихов ҡотлау һүҙҙәренә ҡушып сәхнәнән йыр ҙа бүләк итте. Әлбиттә, Рауил Төхвәт улының яҡташтары – Ырымбурҙар ҙа уға иң изге теләктәрен еткерҙе. 

Вернуться назад