Независимая оценка качества оказания услуг
75 лет Победы!
Поздравляем с праздником Великой победы!
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Наш репертуар
Сентябрь - октябрь 2019
Новости ⇒ АБДУЛЛА СОЛТАНОВ 90 ЙӘШЕН БИЛДӘЛӘНЕ
АБДУЛЛА СОЛТАНОВ 90 ЙӘШЕН БИЛДӘЛӘНЕ
Автор: "Башҡортостандың мәҙәни донъяһы"
Дата: 06.12.2018
Башҡорт дәүләт филармонияһында Абдулла ағай Солтановтың юбилей кисәһе үтте
Башҡорт дәүләт филармонияһында башҡорт халҡының бөйөк мираҫы, оҙон көйҙө юғары кимәлдә башҡарыу оҫталығына эйә булған уникаль йырсы, Башҡортостандың халыҡ артисы, Салауат Юлаев исемендәге Дәүләт премияһы лауреаты, Салауат Юлаев ордены кавалеры Абдулла Солтановтың 90 йәше билдәләнде.
Сарала ҡотлау һүҙҙәре менән Мәҙәниәт министры Әминә Шафикова, Башҡортостан Республикаһы Дәүләт Йыйылышы - Ҡоролтай рәйесе урынбаҫары Эльвира Айытҡолова, күркенекле йәмәғәт эшмәкәрҙәре сығыш яһаны.
Абдулла Солтанов йыр сәнғәтендә үҙенсәлекле күренеш. Башҡорт халыҡ йырҙарын, оҙон көйҙәрҙе киң диапазонда, көслө тауыш менән башҡарған Абдулла Афзал улы халҡыбыҙҙың йыр һәм ҡурай сәнғәтен донъя кимәлендә таныта. Йырсының һоҡландырғыс ижады милли йыр сәнғәтенең йөҙөк ҡашына әүерелде. «Урал», «Буранбай», «Йәмәлекәй тауы», «Уйыл», «Сибай», «Ғайса ахун», «Илсе ғайса», «Бейеш», «Әрме», «Ҡаһым түрә», «Шәүрә», «Сәлимәкәй», «Томан», «Ғилмияза»… Сәхнәләге ҡабатланмаҫ сығыштары, юғары башҡарыу оҫталығы, тәбиғи һәләте үҙ һөнәренең маһиры булыуын дәлилләй.
Байрам кисәһен Флүрә Килдейәрова, Римма Амангилдина, Радик Вәлмөхәмәтов, Венера Рәхмәтуллина, Илдар Жамалов, Рәсәйҙең атҡаҙанған халыҡ ижады коллективы - «Ләйсән» халыҡ бейеүҙәре ансамбле һәм Учалы филармонияһының «Уралтау» бейеү ансамблдәренең сығыштары биҙәне.