Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
123
45678910
11121314151617
18192021222324
25262728293031

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

ОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ

для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях

75 лет Победы!

Поздравляем с праздником Великой победы!

Интернет-проекты

Спасибозавсе.рф

Абонементы

Наши абонементы

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь - октябрь 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

Новости«ДАЛАН»ДАР – ГӨРЛӘШӘ, ЯҠТАШТАР - ОСРАША!

Вернуться назад

«ДАЛАН»ДАР – ГӨРЛӘШӘ, ЯҠТАШТАР - ОСРАША!

Автор: Башгосфилармония

Дата: 16.11.2018

Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмө милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдәр менән булып ҡайтты

     Башҡортостандың халыҡ артисы Артур Туҡтағолов етәкселегендәге легендар «Далан» эстрада төркөмөнөң милләттәштәрәбеҙ күпләп йәшәгән төбәктәрҙә гастролдәре дауам итә.
Был юлы ижади төркөм Ханты-Мансы һәм Ямал-Ненец автономиялы округында йәшәгән яҡташтарыбыҙ менән осрашып, йырлы-моңло программаларын бүләк итте. Гастролдәр 31 октябрҙән алып 10 ноябргә тиклем  дауам итте. Әйтергә кәрәк, «Далан»дың концерттарын был яҡтарҙа һәр саҡ көтөп алалар. Муравленко, Ноябрьск, Радужный, Түбәнге Сортым, Ханты-Мансы, Лянтор, Сорғот, Федоровский, Лангепас ҡалаларында ҙур уңыш менән тамаланған гастролдәр быға асыҡ дәлил.  
     Ханты-Мансы автономиялы округында йәшәүсе яҡташыбыҙ Ришат Йәдкәр башҡорт йыр-моңон үҙ итеп кенә ҡалмаған, ә матур хәтирәләр ҡалдырып, телебеҙҙе һаҡлауға үҙ өлөшөн индереп, шиғыр юлдарын ҡағыҙға һалып ижади коллективҡа  уҡып ишеттерҙе:
«Ҙур сәфәрҙән, Себер яҡтарынан
Ҡайттыҡ тыуған Башҡортостанға.
Ил гиҙгәндә тағы бер инандыҡ
Берҙәмлектең көсө булғанға!
Урал тауын, тайгаларҙы кисеп
Барҙыҡ беҙ яҡташтарҙы күрергә.
Йырлап-бейеп күңел асҡан саҡта 
Дуҫлыҡ ебен ишеп үрергә! 
Рух күтәрҙек, күҙгә күҙ ҡараштыҡ,
Ҡан-ҡәрҙәш менән аралаштыҡ!
Ниндәй генә ерҙә йәшәhәң дә, 
Теле барҙың, иле бар икәнен аңлаштыҡ.
Йыр-моңдарыбыҙ Себерҙе яңғыратты, 
Йән сафлығын, дуҫлыҡ, татыулыҡты яңыртты! 
100 йыл түгел, ә 1000 йыл йәшә, Башҡортостан,
Һине данлап гел йырлар "Далан"! 
Унда хеҙмәт, ижад иткән һәр бер балаң 
Иле, теле, дине hәм еренә тоғро ҡалған!» 
 
    Бына шундай матур шиғырҙар тыуҙырырға илһам бирә беҙҙең «Далан» тамашалары! Һеҙҙе ҙә,  дуҫтар,  «Далан» эстрада төркөмөнөң йырлы-моңло концерттарында көтәбеҙ. Яңылыҡтарҙы күҙәтеп барығыҙ. Осрашҡанға тиклем!

Вернуться назад