<< февраль 2021>> | ||||||
Пн | Вт | Ср | Чт | Пт | Сб | Вс |
1 | 2 | 3 | 4 | 5 | 6 | 7 |
8 | 9 | 10 | 11 | 12 | 13 | 14 |
15 | 16 | 17 | 18 | 19 | 20 | 21 |
22 | 23 | 24 | 25 | 26 | 27 | 28 |
Независимая оценка качества оказания услуг
75 лет Победы!
Поздравляем с праздником Великой победы!
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Наш репертуар
Сентябрь - октябрь 2019
Новости ⇒ ҠОТЛАЙБЫҘ!
ҠОТЛАЙБЫҘ!
Автор: Башгосфилармония
Дата: 14.11.2018
9 һәм 10 ноябрь Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй - 2018»
Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы үтте
9 һәм 10 ноябрь Туймазы ҡалаһында «Оҙон көй - 2018» Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырын башҡарыусылар конкурсы үтте.
«Оҙон көй» бәйгеһе халыҡ араһынан һәләтле йырсыларҙы асыҡлау, традицияларҙы тергеҙеү һәм үҫтереү маҡсатында 1997 йылдан алып үткәрелеп килә. Быйыл да юғары ойоштороу кимәле менән айырылып торған конкурс 70-кә яҡын моңло тауышлы ҡатнашыусыны йыйҙы. Ижади форумда Башҡортостандың 29 ҡала-райондарынан, шулай уҡ, Татарстан, Силәбе өлкәһенән һәм Ҡаҙағстандан вокалистар ҡатнашты.
Ике көн дауамында барған музыкаль форумда Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы, талантлы артист, ҡурайсы Салауат Хәлилов 3-сө урын яуланы. Ул «Абдрахман», «Шәүрә», «Илсе Ғайса», «Уралым» йырҙары менән сығыш яһаны. Барлыҡ еңеүселәргә аҡсалата премия һәм ҡиммәтле бүләктәр тапшырылды.
Салауатҡа артабан да ижади уңыштар, ижади үрҙәр теләйбеҙ! Боронғо йырҙарҙы, көйҙәрҙе яратыусылар, таратыусылар булғанда, халыҡ йыры мәңге яңғырар, онотолмаҫ!