Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
Вернуться к текущей дате

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

ОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ

для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях

75 лет Победы!

Поздравляем с праздником Великой победы!

Интернет-проекты

Спасибозавсе.рф

Абонементы

Наши абонементы

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь - октябрь 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиБЕҘҘЕКЕЛӘР ҺЫНАТМАЙ!

Вернуться назад

БЕҘҘЕКЕЛӘР ҺЫНАТМАЙ!

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 28.05.2018

Сираттағы еңеүселәрҙе ҡотлайбыҙ!

   Башҡорт йыр сәнғәтен быуаттар төпкөлөнән бөгөнгәсә килтереп еткереүсе йырсыларыбыҙ, аллаға шөкөр, бар. Тап улар халҡыбыҙҙың көй-моңдарының иң аҫыл өлгөләрен һаҡлап, йәш быуынға тапшыра килә. Башҡорт халыҡ йырҙарына һөйөү тәрбиәләү маҡсатында Сибай ҡалаһында ике йылға бер тапҡыр ойошторолған «Ирәндек моңдары» тѳбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы быға асыҡ миҫал. Быйыл ул 14-се тапҡыр үтте һәм өс көнлөк музыкаль форум сағыу Гала-концерт менән тамамланды.  
   Шуныһы ҡыуаныслы, төп бүләккә хеҙмәттәшебеҙ Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы 27 йәшлек Әбйәлил егете Дамир Тайыпов лайыҡ булды. Беренсе турҙа ул «Уйыл» һәм «Ҡара ат»ты башҡарһа, икенсеһендә – «Абдрахман»  һәм «Ҡаһым түрә»не йырлап халыҡты һәм баһалама ағзаларын хайран ҡалдырҙы. 
   Үҙе лә ҡасандыр «Ирәндек моңдары»нда еңеү яулаған жюри ағзаһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Азамат Тимеров билдәләүенсә, Дамир – киләсәге өмөтлө артист. 
«Дамир - Зәки Мәхмүтов, Рамаҙан Йәнбәков кеүек башҡарыу оҫталығын һаҡлап һәм дауам итеүсе йырсы. Кәүҙәһе лә, тауышы ла – үҙендә! Дамирҙың халыҡ, классик һәм эстрада йырҙарын оҫта башҡарыу, бөтөн яҡҡа ла тауышы ятып тороуы ҡыуандыра. Ул, алла бирһә, киләсәктә бар юғары, атҡаҙанған һәм халыҡ артисы, исемдәренә лайыҡ булыусы йырсы, иманым камил. Дамир бөтә ҡатнашыусылар араһынан айырылып торҙо. Тап уның еңеп сығыуы лайыҡлы тип уйлайым,» - тип билдәләне Азамат Камил улы. 
   Дамир Таипов быйыл Өфө сәнғәт институтының вокал бүлеген тамамлай. Уның башҡарыу оҫталығын күптән түгел Санкт-Петербург ҡалаһында үткән илебеҙҙең музыкаль юғары уҡыу йорттарын тамамлаусы йырсылар араһында Бөтә Рәсәй смотр-конкурсында ла юғары баһалағайнылар. 
  «Ирәндек моңдары» тѳбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсы еңеүселәре араһында тағы ла бер хеҙмәттәшебеҙ – Рәфис Сирусин. Ул утыҙ биш йәшкә тиклемге профессиональ башҡарыусылар араһында беренсе урынға лайыҡ булды. 
   Быйыл бәйгелә Башҡортостандың 16 район һәм ҡалалаһынан, Силәбе өлкәһе, Мәскәү һәм Санкт-Петербургтан йәмғеһе 90 йырсы ҡатнашты. Уларҙың сығышын абруйлы сәнғәт әһелдәре баһаланы.  
«Ирәндек моңдары» төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар конкурсында төрлө йылдарҙа  Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары Азамат Тимеров, Лилиә Ишемйәрова, Радик Вәлмөхәмәтов, Рөстәм Шаһыбалов, Филүс Ҡалмырҙин, Нәсимә Тимерова, Венера Рәхмәтуллина, Марсель Ҡотоев еңеү яуланы. Дамир Тайыпов һәм Рәфис Сирусин кеүек халыҡ йырҙарын еренә еткереп башҡарыусылар барҙа был исемлек киләсәктә лә дауам ителеренә ышаныс ҙур. 
 
 

Вернуться назад