Пн Вт Ср Чт Пт Сб Вс
1234567
891011121314
15161718192021
22232425262728
293031

Независимая оценка качества оказания услуг

ПРОЙТИ ОПРОС

Архив

Статьи

Новости

Полезное

Юбилей Республики

100-летие образования Республики Башкортостан

ОФИЦИАЛЬНЫЙ САЙТ

для размещения информации о государственных (муниципальных) учреждениях

75 лет Победы!

Поздравляем с праздником Великой победы!

Интернет-проекты

Спасибозавсе.рф

Абонементы

Наши абонементы

Подробнее...

ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ

Продажа билетов онлайн

Получить всю информацию о  наличии и стоимости билетов  теперь легко: не выходя из дома,   с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.

Подробнее...

Наш репертуар

Сентябрь - октябрь 2019

Учредители

Министерство культуры Республики Башкортостан

 

Наши партнеры

Министерство культуры Российской Федерации

Информационное агентство Башинформ

Культурный мир Башкортостана

Культура. Гранты России

  

НовостиИҒТИБАРЫҒЫҘҒА - ПРЕМЬЕРА!

Вернуться назад

ИҒТИБАРЫҒЫҘҒА - ПРЕМЬЕРА!

Автор: Башкирская государственная филармония

Дата: 24.05.2018

Лилиә Ишемйәрованан музыкаль күстәнәс

   Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы һандуғасы, үҙенсәлекле моң эйәһе Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Ишемйәрова «Бала өмөтө» тип исемләнгән өр-яңы йыр тәҡдим итә. Йырҙы Белорет районынан үҙэшмәкәр композитор Сәйфулла Ғайсин ижад иткән. Әйткәндәй, йырҙың һүҙҙәренең авторы ла ул үҙе.   
   Премьера хаҡында тулыраҡ мәғлүмәт алыр өсөн йырсыға үҙенә мөрәжәғәт иттек.
- Был йырҙы миңә «ДӘРТ» тауыш яҙҙырыу студияһы дирекоры Илшат Абдрахманов тәҡдим итте. Илшат республикабыҙҙа оҫта музыкант, хәйриә концерттар ойоштороусы булараҡ яҡшы билдәле. Үҙем өс бала әсәһе булараҡ, шиғырҙы ҡулыма алыу менән әҫәр күңелемә үтеп инде. Шуға ла йырҙы яҙҙырғанда бер ниндәй ҙә ҡыйынлыҡтар тыуманы. Әйткәндәй, балалар темаһына мин икенсе тапҡыр мөрәжәғәт итәм. 90-сы йылдарҙа минең репертуарымда Ришат Сәғитовтың «Рәнйетмәгеҙ сабыйҙарҙы» йыры урын алған ине. Ә бөгөнгө «Бала өмөтө»н бөтөнләй башҡаса ҡабул иттем һәм башҡарҙым. 
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы бөгөнгө көндә ата-әсәләре иҫән булып та, балалар йортонда йәшәргә мәжбүр булған сабый¬ҙар һаны кәмемәй, киреһенсә, арта ғына. Һәм был хәл һәр ваҡыт минең күңелемде ҡыра. Балаларҙы яҡлау көнө алдынан шуны теләр инем - Ер йөҙөндә һәр бала һау-сәләмәт һәм ата-әсәле булып үҫһен. Мөхәббәткә мәхрүм булмаһындар ине сабыйҙар. 
 
   Ә беҙ үҙ сиратында Лилиә Ишемйәроваға артабан да ижади уңыштар һәм юғары үрҙәр теләп ҡалабыҙ!
  Йырҙы бәйләнештәр селтәрендә беҙҙең төркөмдә тыңлай алаһығыҙ.  Һылтанма: https://vk.com/bashgf
 

Вернуться назад