Независимая оценка качества оказания услуг
75 лет Победы!
Поздравляем с праздником Великой победы!
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Наш репертуар
Сентябрь - октябрь 2019
Новости ⇒ «ИҘЕЛ»ДӘР ҠАЗАНДА
«ИҘЕЛ»ДӘР ҠАЗАНДА
Автор: Башкирская государственная филармония
Дата: 16.04.2018
«Иҙел» фестивале лауреаттары ҡатнашлығында яҙғы концерт үҙҙы
«Иҙел» фестивале лауреаттары Ғабдулла Туҡай исемендәге Татар филармонияһы сәхнәһендә сығыш яһаны. 15 апрель Казанда йыл һайын үткәрелеп килгән «Иҙел» фестивале лауреаттары ҡатнашлығында яҙғы концерт үҙҙы. Был тамаша өсөнсө тапҡыр ойошторола.
Йола буйынса унда Башҡортостан эстрадаһы йондоҙҙары, шулай уҡ Өфө ҡалаһы сәнғәт уҡыу йорттары студенттары ҡатнашты. Улар араһында филармония йырсылары Флүрә Килдейәрова һәм Айгөл Һағынбаева, һәм өмөтлө йәштәр, «Иҙел» фестивале лауреаттары Рәфис Сирусин, Дамир һәм Нәргизә Тайыповтар ҙа бар.
Коллегаларыбыҙ уңышлы сығыш яһауҙары менән ҡотлайбыҙ һәм артабан да ижади уңыштар теләйбеҙ!
Башҡорт һәм татар йырҙарын башҡарыусыларҙың халыҡ-ара «Иҙел» фестиваль-конкурсы 2011 йылдан алып үткәрелә. Бәйгенең төп маҡсаты туғандаш ике халыҡтың йыр сәнғәте үҫешенә булышлыҡ итеү, тәжрибә уртаҡлашыу, йәш таланттарҙы табыу һәм үҫтереү. Сара Өфөлә ойошторола.
Ә 2016 йылдан алып «Иҙел» еңеүселәре Татарстандың баш ҡалаһы Ҡазан тамашасыһы алдындаүҙ һәләттәрен күрһәтеп- ишеттерә.