Независимая оценка качества оказания услуг
75 лет Победы!
Поздравляем с праздником Великой победы!
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Наш репертуар
Сентябрь - октябрь 2019
Новости ⇒ «ЮЛДАШ ХИТ» МЕНӘН БЕРГӘ
«ЮЛДАШ ХИТ» МЕНӘН БЕРГӘ
Автор: Башкирская государственная филармония
Дата: 09.04.2018
Филармония солистары «Юлдаш» радиоһы ойошторған хит-парадта ҡатнаша
Х.Әхмәтов исемендәге Башҡорт дәүләт филармонияһы солистары - Башҡортостандың халыҡ артистары Әлфиә Юлсурина менән Вәхит Хызыров дуэты, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Лилиә Биктимерова һәм халыҡ-ара, Бөтә Рәсәй, республика конкурстары лауреаты Рөстәм Шаһыбалов «Юлдаш» радиоһы ойошторған хит-парадта ҡатнаша. Яратҡан йырсығыҙ өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ, хөрмәтле дуҫтар! Тауыштар көн һайын түбәндәге һылтанма буйынса http://yuldashfm.ru/ba/hit-parad ҡабул ителә. Коллегаларыбыҙға ысын күңелдән уңыштар һәм еңеүҙәр теләйбеҙ!
«Юлдаш Хит» бәйгеһе республикабыҙҙың «Юлдаш» мәғлүмәт һәм йыр-моң каналы ойошторған сағыу проекттарының береһе. Талантлы йәштәр һәм башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары ҡатнашлығында хиттар парадында еңеүселәрҙе ай һайын билдәләп киләләр. Иң яҡшылары, иң шәптәре йыл аҙағында гала-концертта сығыш яһау бәхете тәтей. Шуға күрә лә, беҙҙең солистар өсөн тауыштарығыҙҙы йәлләмәгеҙ!
http://yuldashfm.ru/ba/hit-parad