Независимая оценка качества оказания услуг
75 лет Победы!
Поздравляем с праздником Великой победы!
Абонементы
ЭЛЕКТРОННЫЕ БИЛЕТЫ
Продажа билетов онлайн
Получить всю информацию о наличии и стоимости билетов теперь легко: не выходя из дома, с мобильных устройств, подключенных к сети Интернет.
Наш репертуар
Сентябрь - октябрь 2019
Новости ⇒ МУЗЫКАНЫ БЕРГӘЛӘП ТЫҢЛАЙЫҠ
МУЗЫКАНЫ БЕРГӘЛӘП ТЫҢЛАЙЫҠ
Автор: Башкирская государственная филармония
Дата: 18.01.2018
Бөтә ғаилә өсөн тәғәйенләнгән проект үҙенең юбилейын билдәләй





Юбилей миҙгелендә проектты «Арғымаҡ» этно-рок төркөмө асыуы ла осраҡлы түгел. Сөнки уларҙың төрлө милли халыҡ ҡоралдарында башҡарылған заманса эшкәртелгән көйҙәр тамашасыны ниндәйҙер сафлыҡ һәм тыныслыҡ донъяһына илтә. Төркөмдөң етәксеһе Ринат Рамаҙанов әйтеүенсә, был үҙенсәлекле проект балалар һәм уларҙың ата-әсәләрендә, йөклө ҡатындарҙа тик ыңғай тәъҫораттар тыуҙыра. Ғөмүмән кеше организмына яҡшы тәъҫир итә. Ҡурай – тылсымлы музыка ҡоралы. Уның аша беҙ ябай ғына көйҙәр ишетеп ҡалмайбыҙ, ә моң аша халҡыбыҙҙың сал тарихын, тыуған яғыбыҙҙың матур бай тәбиғәтен һәм ғөрүф-ғәҙәттәрен күҙ алдына килтерәбеҙ. Киләсәк быуын өсөн был үтә мөһим. Был проект балаларҙа кешелек сифаттарын асырға ярҙам итә. Бынан тыш уларға тәрбиәле, саф күңелле итеп үҫергә лә ярҙам итә, тигән фекерҙә төркөм етәксеһе. «Музыканы бергә тыңлайыҡ» - музыкаль проект ҡына булып ҡалмай, ә физиологик, биологик, психологик яҡтан кешегә үҫергә булышлыҡ итә. Шуға ла беҙҙең маҡсат тамашаға килеп, сығыш яһап ҡына ҡайтыу түгел, ә ошо оло бурысты үтәү, - ти Ринат Рамаҙанов.
Ғалимдар әйтеүенсә, В.А. Моцарттың, А. Вивальдиҙың, Л.В. Бетховендың, И.П.Чайковскиҙың, шулай уҡ, халыҡ көйҙәре, йырҙары ҡарындағы балаларҙы тынысландыра, уларҙың физик һәм рухи үҫешенә булышлыҡ итә.
Балаға ниндәйҙер әҙәп-әхлаҡ нормалары һалыр алдынан ата-әсәнең үҙенең ниндәйҙер кимәлдә тәрбиәле булыуы зарур. Ояһында ни күрһә осҡанында шул булыр ти бит халыҡ мәҡәле. «Музыканы бергә тыңлайбыҙ» проекты һәр шәмбе тамашасыларҙы филармонияның Орган залында ҡаршылай. Киләһе концерттарҙа Олег Ҡасымов етәкселегендәге Джаз ансамбле, Лидия Фоменко һәм уның уҡыусылары «Тылсымлы флейта» программаларын тәҡдим итәсәк.
Килегеҙ һәм кескәйҙәрегеҙгә бәхетле бала-саҡ бүләк итегеҙ!